-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
10 Ноябрь 2020, 11:13

Әлиев Путин алдында бәреп төшөрөлгән вертолет өсөн ғәфү үтенде

Әзербайжан президенты Илһам Әлиев Рәсәй лидеры Владимир Путин менән телефон аша һөйләшеүҙәре барышында Әрмәнстан өҫтөнән осоп барған Ми-24 вертолетын бәреп төшөрөүҙәре өсөн ғәфү үтенде.

Әзербайжан президенты Илһам Әлиев Рәсәй лидеры Владимир Путин менән телефон аша һөйләшеүҙәре барышында Әрмәнстан өҫтөнән осоп барған Ми-24 вертолетын бәреп төшөрөүҙәре өсөн ғәфү үтенде.
«Президент Илһам Әлиев фажиғә өсөн ғәфү үтенеп, ҡараңғы ваҡытта вертолетты Әрмәнстан Хәрби-һауа көстәре вертолеты итеп ҡабул итеүҙәрен белдерҙе», - тип билдәләйҙәр Әлиевтың мәғлүмәт хеҙмәтендә. Унда шулай уҡ президенттың ғәйеплеләрҙе табырға, уларға яза бирергә, ҡулланылған санкциялар тураһында Рәсәй яғына хәбәр итергә вәғәҙә итеүен дә әйтәләр.
Бынан тыш Әзербайжан лидеры һәләк булғандарҙың ғаиләләренең ҡайғыһын уртаҡлашты. Яуап итеп Путин бындай инциденттарҙың булырға тейеш түгеллеген билдәләне. Илдәр лидерҙары киләсәктә бындай хәлдәр булмаясағына ышаныс белдерҙе.
9 ноябрҙә Бакуҙа хәрбиҙәр күсмә зенит ракета комплексынан Рәсәй ҡораллы көстәренә ҡараған Ми-24 вертолетын бәреп төшөрөүҙәре тураһында билдәле булды. Уның экипажының ике ағзаһы һәләк булды. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, ул Әрмәнстан территорияһында урынлашҡан Рәсәй хәрби базаһының автоколоннаһын оҙатып барған. Баку үҙенең ғәйебен таныны һәм компенсация түләргә әҙерлеген белдерҙе.
#ВладимирПутин
#ИлһамӘлиев
#Ми24
Яңылыҡ сығанағы: https://lenta.ru/
Фото: РИА Новости
Читайте нас: