

21 февралдә 10 сәғәт 8 минутта янғын часына Өсбүләк ауылы халҡынан торлаҡ йорт яныуы хаҡында хәбәр килде. Янғынды һүндереү барышында 1964 йылғы гражданиндың мәйете табылды. Яҡынса фаразлауҙар буйынса, янғын сығыуҙың сәбәбе - тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ булыу.
Ҡарҙың күпләп яуыуы арҡаһында, ауылға барыуы ауыр ине, шуға ла беҙҙең менән бергә юл хеҙмәткәрҙәре лә көс һалды. Ауыл биләмәләре башлыҡтарына дөйөм файҙаланыштағы һәм һыу сығанаҡтарына илтеүсе юлдарға айырыуса иғтибар биреүҙәрен һорайым. Янғынды тиҙ арала һүндереү өсөн ирекле янғын командаларының һәм дружиналарының көйлө эшләүен ойоштороу мотлаҡ. Күп балалы, имен булмаған, шулай уҡ яңғыҙ һәм өлкәндәр йәшәгән йорттарҙы һәм төҙөлөштәрҙе контролгә алырға кәрәк.