+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Июнь 2021, 19:15

Сенатор сирләгәнме, әллә…иҫерек булғанмы?

Липецк өлкәһе сенаторы Олег Королев эштән китеү тураһында ғариза яҙҙы. Был мәғлүмәтте регламент һәм парламент эшмәкәрлеген ойоштороу буйынса Федерация Советы комитеты рәйесе Вячеслав Тимченко раҫланы.

Вәкәләттәренән бушатыуҙы сенатор сәләмәтлегенә бәйләп һораған. Был – формаль сәбәп кенә булыуы билдәле инде. Регламентҡа ярашлы, ғариза ҡараласаҡ, әлбиттә. Тик бына видеояҙманы бер нисек тә юйҙырып булмай бит әле. Видеола сенаторҙың полосалар уртаһынан елдергәндә ҡаршыһына килгән транспорттарға ла юл бирмәүе, ә аҙаҡ юл билдәһенә барып төкәлеүе асыҡ сағыла. Был инцидент Липецк ҡалаһында 13-сө майҙа була, телеграмм-канал хәбәр итеүенсә, Королев иҫерек була. Әлбиттә, сенатор үҙе был хәбәрҙе кире ҡаға һәм үҙен бик насар тойоуы хаҡында белдерә. «Мин юлды ауырлыҡ менән айырып, ситкә сығып дарыу эстем дә, гаишниктарға «Үҙемде бик насар тоям, юлды ла айырмайым, мине өйгә тиклем илтеп ҡуйығыҙ әле», -тип мөрәжәғәт иттем ти ул. «Улар мине өйгә илткәс, дарыу эстем дә яттым. Авария яһаманым, ап-айныҡ инем: һуңғы йылдарҙа аритмия арҡаһында миңә бөтөнләй эсергә ярамай» тип аҡланған ул. Ошо хәл буйынса Эске эштәр министрлығы тикшереү башлаған, ә хәлде асыҡлағансы «Берҙәм Рәсәй» сенаторҙы ағзалыҡтан туҡтатып торған.
Римма ҒӘЛИМОВА.
Читайте нас: