+4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Хәл-ваҡиғалар
17 Июнь 2021, 11:09

ТӨРМӘГӘ НАРКОТИК ИНДЕРЕРГӘ ЙЫЙЫНҒАН ИРҘЕ ТОТҠАНДАР

Енәйәтсене Стәрлетамаҡ районында 4-се холоҡ төҙәтеү колонияһы биләмәһе эргәһендә тотҡандар. Передача бирергә килгән ир кеше ҡулға алынған, ул тапшырған аҙыҡ-түлек араһында йәшел төҫтәге матдә табылған.

Билдәле булыуынса, ир колонияға енәйәт эше буйынса хөкөм ителгән тотҡонсыға аҙыҡ-түлек илтер өсөн бара. Тик, ысынында ир биргән төп пакетта аҙыҡ-түлек кенә булып сыҡмай, уның эсендә йәшерелгән тағы ла өс бәләкәй пакеттар табыла. Һуңынан ойошторолған экспертиза пакеттар эсенә һалынған йәшел матдәне наркотик булыуын дәлилләй.
Әлеге ваҡытта ир ҡулға алынған, уға ҡарата Стәрлетамаҡ районы буйынса тәфтиш отделы енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Наркотик менән бәйле енәйәт эштәре ғәҙәттә оҙайлы сроктарға хөкөм итеү менән тамамлана, был ир кеше төрмәгә үҙ аяғы менән барып инде тиһәң дә була.
Читайте нас: