+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Ғинуар 2017, 14:18

Имтихандар тапшырыуҙа үҙгәрештәр бар

9-11 синыф уҡыусыларына каникулда ял булманы, улар математиканан һәм рус теленән һынау имтихандары бирҙе. Әле мәктәптәрҙә уҡыусылар үҙҙәре һайлаған фәндәр буйынса һынау имтихандары бара. Төп имтихандарҙы уҡыусылар ағымдағы йылдың 29 майында бирә башлаясаҡ. Үҙгәрештәр бармы икән? Уҡыусыларҙың тормошонда хәлиткес имтихандар ниндәй булыр? Былар тураһында район мәғариф бүлегенең төп белгесе Г.М. Баҡыева менән әңгәмәләшәбеҙ.

-Быйыл дөйөм һәм төп дәүләт имтихандары нисек үтәсәк, шул турала әйтеп китмәҫһегеҙме? Сығарылыш уҡыусыларын ниндәй яңылыҡтар көтә?

-2017 йылда, башҡа йылдарҙағы кеүек үк, имтихандар районда бер урында- Фёдоровка 2-се мәктәбендә ҡабул ителәсәк. Унда имтихандар барышын онлайн күҙәтеү өсөн видеокамералар, металл эҙләү ҡоролмалары һәм кеҫә телефондары сигналдарын баҫыу системаһы ҡуйылған. Технологиялы имтихан үткәреү пункты булдырылыуы 2017 йылдың төп яңылығы булып торасаҡ. Имтихандар үткәреү пункттары хәҙер шулай аталасаҡ, унда аудиторияларҙа имтихан башланыр алдынан 15 минут ҡала БДИ-ла ҡатнашыусылар алдында имтихан материалдары баҫтырылып алынасаҡ.

Ошо йылдан башлап, имтихан тамамланғандан һуң уҡыусыларҙың яуаптары яҙылған бланкылар «урында» сканерланасаҡ, йәғни, онлайн күҙәтеү аҫтында имтихан үткәреү пункты штабында материалдар автоматик рәүештә Төбәк мәғлүмәт эшкәртеү үҙәгенә ебәреләсәк. Бындай төрҙә БДИ-ны үткәреү методикаһы 2016 йылда Башҡортостан Республикаһының дүрт пунктында һынап ҡаралды.

-Математика менән рус теленән тыш, башҡа мотлаҡ фәндәр бармы?

-Математика менән рус теле генә мотлаҡ булып ҡала. Был фәндәрҙән имтиханды уңышлы тапшырыу дөйөм урта белем тураһында аттестат алыу өсөн кәрәк. Башҡа фәндәрҙән имтихандарҙы уҡыусылар ҡайһы белгеслек һәм йүнәлеш буйынса уҡыуҙарын дауам итергә ниәтләүҙәренә һәм юғары уҡыу йортона уҡырға ингәндә ниндәй фәндәр буйынса имтихандарҙың иҫәпкә алыныуына бәйле, үҙҙәре һайлап ала.

11 синыф уҡыусылары ниндәй фәндәрҙән имтихан биреүҙәрен билдәләгән инде, ә бына үткән йылдарҙа мәктәпте тамамлаусыларға ашығырға кәрәк. 2017 йылда БДИ тапшырыуҙа ҡатнашыуға ғаризаны 1 февралгә тиклем мәғариф бүлегенә бирергә кәрәклеге тураһында иҫкәртәбеҙ. Ғариза тапшырыу өсөн белем тураһындағы документтың төп нөхсәһе, уҡыусының шәхесен асыҡлаусы документ булырға тейеш. Кәрәкле мәғлүмәтте 2-22-64 телефоны буйынса йәиһә мәғариф бүлегенең рәсми сайтында белергә мөмкин.

Шулай уҡ теләге булғандар БДИ биремдәрен эшкәртеүселәрҙең имтихандарға әҙерләнеү буйынса тәҡдимдәре серияһы менән Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы сайтында таныша ала. Шунда уҡ имтихандарҙың биремдәрендәге үҙгәрештәр ҙә күрһәтелгән.

Бынан тыш, Фән һәм мәғариф өлкәһендәге күҙәтселек буйынса федераль хеҙмәт, Рәсәйҙең йәмәғәт телевидениеһы “БДИ хаҡында ентекләп» берҙәм тапшырыуҙар циклын башлай. Был тапшырыу сиктәрендә Рособрнадзор һәм Федераль педагогик үҙгәрештәр институты (ФИПИ) белгестәре БДИ-2017 ойоштороу, яңы технологиялар, имтихан биремдәрендәге үҙгәрештәр тураһында бәйән итәсәк, төрлө фәндәр буйынса тәҡдимдәр бирәсәк, шулай уҡ тамашасыларҙың һорауҙарына яуап бирәсәк. Тапшырыуҙар һәр кесаҙна Мәскәү ваҡыты менән 19.30 сәғәттә эфирға сығасаҡ.

-Эстәлекле әңгәмәгеҙ өсөн рәхмәт, Гөлзада Мөхтәр ҡыҙы. Уҡыусыларҙың имтихандарын уңышлы тапшырыуҙарын һәм үҙҙәре теләгән уҡыу йорттарына уҡырға инеүҙәрен теләйбеҙ.

Бөгөнгө көнгә райондың 79 сығарылыш уҡыусыһы, урта һөнәри белем биреү учреждениеһынан-2, уҙған йылғы сығарылыш уҡыусылары араһынан 3 кеше 2017 йылда БДИ тапшырыуҙа ҡатнашыуға ғариза тапшырған.

Читайте нас: