+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Март 2017, 13:42

Йәнә парта артына ултырҙылар, йәиһә Ата-әсәләр БДИ тапшырҙы

Берҙәм дәүләт имтиханы- тулҡынландырғыс һәм һәр уҡыусының тормошондағы иң әһәмиәтле ваҡиға. Сөнки уҡыусыларҙың яҙмыштары йыйған балдары күләменә бәйле. Һәр уҡыусы, уның менән ата-әсәләре лә, был һынауҙы нисек үтергә, тип хафалана. Ҡайһыларының күберәк тулҡынланыуын да аңламаҫһың.

Ата-әсәләр имтихан тапшырыу ҡатмарлы түгел икәнен аңлаһын, бөтә нескәлектәре менән танышһын һәм балаларын да шуға дөрөҫ итеп психологик яҡтан әҙерләһен өсөн Рәсәй мәғариф күҙәтселеге “Ата-әсәләрҙең БДИ тапшырыу көнө” Бөтә Рәсәй акцияһын ойошторҙо.

Районыбыҙҙа был акция 16 февралдә Фёдоровка 2-се мәктәбендә үтте. 60-тан ашыу ата-әсә имтихан процедураларын тулыһынса үтте.

Әлегә балаларым кескәй, миңә был турала хафаланырға иртәрәк булһа ла, мин дә БДИ тапшырып ҡарарға булдым. Редактор иртән был турала хәбәр иткәс, аптырашта ҡалдым, әҙерәк тулҡынландым да. Сөнки мәктәпте тамамлауыма тиҫтә йылдан ашыу ваҡыт үтте, математика мәсьәләләрен дә шунан бирле сискәнем булманы. Яҡынса биремдәр варианттарын таптым һәм эшләп ҡарарға булдым. Дөрөҫөн генә әйткәндә, әллә ни ауыр булманы. Пропорциялар, Пифагор теоремаһы, геометрия прогрессиялары һ.б. иҫкә төштө. Өҫтәүенә, кәрәкле формулалар, таблицалар һ.б. белешмә материалдарында яҙылғайны.

Шулай әҙерләнеп, үҙ-үҙемә ышанып, мин 16.00 сәғәттә имтиханға киттем. БДИ “юрамал” үткәрелһә лә, ойоштороусылар бөтә шарттарҙы ла үтәне. Имтихан тапшырыусыларҙың тимер эҙләгес аша үтеүҙәрен күреп, юғалып ҡалдым. Башҡа ата-әсәләр ҙә ошо тойғоларҙы кисергәндер, моғайын. Әммә һуңынан барыһы ла тынысланды.

Шәхси әйберҙәребеҙҙе айырым кабинетта ҡалдырҙыҡ. Үҙҙебеҙ менән ҡара гель ручка һәм паспортты ғына алдыҡ. Телефон (ул былай ҙа эшләмәҫ ине, сөнки кәрәҙле элемтәне баҫыусы ҡоролмалар ҡуйылған), калькулятор, шпаргалкалар һ.б. индереү тыйыла.

Традиция буйынса имтихан башланыр алдынан үткәреләсәк линейканы көткәндә, ата-әсәләр үҙ-ара һынауҙарҙың нескәлектәре, уның нисек үтәсәге хаҡында һөйләште, нисек әҙерләнеүҙәре тураһында һорашты. Ҡайһы бер әсәләрҙең тулҡынланыуы йөҙөнә сыҡҡан, әйтерһең дә уларҙың киләсәге шуға бәйле.

Линейка барышында мәғариф бүлеге начальнигы Р. Исмәғилев был акцияның ни сәбәпле үткәрелеүе хаҡында бәйән итте һәм БДИ үткәреү ҡағиҙәләре менән таныштырып, имтихан тапшырыусыларға уңыштар теләне. Шунан ата-әсәләрҙе кабинеттар буйынса урынлаштырҙылар.

Аудиторияларҙа һынау үтеүселәрҙе шахмат тәртибендә берәрләп ултырттылар. БДИ ҡағиҙәләре һәм нисек эшләү алгоритмы менән таныштырҙылар. Синыфта көсөргәнешле мөхит урынлашты. Шулар барыһы ла видеоға төшөрөлә барҙы. Камералар бөтә бүлмә күренерлек итеп ҡуйылғайны. Ҡыңғырау шылтыраны. Ата-әсәләр алдында КИМ биремдәре менән конверттарҙы астылар һәм биремдәрҙе баҫтырып алдылар. Шунан бөтәһе лә бланктар тултырҙы. Таҡтала кәрәкле мәғлүмәт яҙылғайны. Бөтә формаль нимәләр башҡарылғас, имтихан башланыу һәм тамамланыу ваҡытын билдәләнеләр. Быларға барлығы 30 минут ваҡыт бирелде. Атай-әсәйҙәргә база кимәлендәге математика мәсьәләләрен сисергә кәрәк ине. Беҙ миҫалдар һәм күнегеүҙәр өҫтөндә эшләй башланыҡ. Бөтәһе лә мәктәп курсынан алынған.

Ярты сәғәт ваҡыт тиҙ үтеп китте. Имтихан аҙағына 10 минут ҡалараҡ, яуаптар бланктарын тулытырырға кәрәк ине, күпселегебеҙ тулҡынланды, шулай уҡ мин дә. Сөнки мин һуңғы ике күнегеүҙе эшләй ҙә башламағайным. Уҡыусыларға имтиханға 180 минут бирелә, уларҙың бының менән проблемаһы булмай. Өҫтәүенә, улар бланктарҙы ла етеҙ тултыра, сөнки һынау имтиханында уҡ улар бының менән таныша. Имтихан барышында берәү калькуляторҙан файҙаланды, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, унан аудиториянан сығыуын һоранылар. Әгәр ысын БДИ-ла бындай хәл килеп тыуһа, уҡыусы һынауҙарҙы тик киләһе йылда ғына үтә ала, шулай итеп, ағымдағы йылда аттестат ала алмайынса ҡала.

Хәҙер инде ата-әсәләр БДИ тапшырыуҙа бер ниндәй ҙә ҡатмарлыҡтар юҡлығына, бөтә биремдәрҙе лә эшләп булыуына инанды. Балалары өсөн борсолмаҫҡа, уларҙы имтиханға дөрөҫ көйләргә генә кәрәклеген яҡшы аңланы.

Читайте нас: