+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Октябрь 2017, 11:24

Төп маҡсаты - белем алыу

-Аралашыусан, дуҫтарса мөнәсәбәттә, дәрестәр буйынса һәр саҡ ярҙам итергә әҙер,- тигән ҡылыҡһырлама бирҙеләр Даян Атйетәров тураһында Юлдаш мәктәбенән синыфташтары. Үҫмер менән аралашҡандан һуң уның төрлө мауығыуҙары тураһында белдем.

Даян Атйетәров- маҡсатсан,  әүҙем һәм позитив  егет.

Даян башланғыс синыфтарҙан уҡ район, республика һәм Рәсәй ижади конкурстарында әүҙем ҡатнаша. Эшһөйәрлеге һәм ныҡышлығы бөтә ерҙә лә уңыштар яуларға ярҙам итә. Даян төплө белем алырға тырыша, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте, крайҙы өйрәнеү буйынса тикшеренеү эштәре алып бара. Йәш тикшеренеүсенең тырышлығы күп төрлө грамоталар менән баһаланған. Шулай, мәҫәлән, быйыл “Рәсәй һәр саҡ батырҙары менән данлыҡлы булды” III Бөтә Рәсәй тикшеренеү эштәре конкурсында II дәрәжә Дипломы менән бүләкләнгән. “Һәр ғаиләлә илһөйәрлек рухы. Минең шәжәрәм” Республика интернет-конкурсында шәжәрә проекты өсөн Даянға икенсе урын бирелгән.
Читайте нас: