+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Октябрь 2017, 17:21

Донъяны уйын аша аңлайҙар

Традиция буйынса балалар баҡсаһының төп бурысы- балаларҙы мәктәпкә әҙерләү, тип һаналды. Мәктәпкәсә белем биреү усағының яңы статусын 2013 йылдың 1 сентябрендә үҙ көсөнә ингән “Рәсәй Федерацияһында мәғариф тураһында”ғы Федераль закон билдәләне. Әле бөтә педагогтарҙың эше, айырыуса өлкән төркөмдәрҙә, баланың һәләттәрен асыҡлауға һәм уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тыуҙырыуға йүнәлтелгән.

Балалар баҡсаһында һәр көн ҡыҙыҡлы үтә.

“Алтын асҡыс” балалар баҡсаһында (Бала Сытырман ауылы) хеҙмәткәрҙәрҙең балаларҙың ғаиләләре менән хеҙмәттәшлек итеүе төп эш принцибы булып тора. Ата-әсәләр тәрбиә- белем биреү процесында әүҙем ҡатнаша. Улар занятиеларға даими йөрөй, ата-әсәләр йыйылыштарына, сараларға бара. Йәрминкәләр, баҡса территорияһын төҙөкләндереү буйынса өмәләр бергә үткәрелә.
Балалар баҡсаһы тәрбиәселәре квалификацияларын үҫтереү өҫтөндә эшләй, район, республика һәм Бөтә Рәсәй Интернет-конкурстарында ҡатнаша. Быйыл республика экология олимпиадаһында З.Н. Сәлишева еңеүсе булды. “Баланы төрлө яҡлап үҫтереү мөхитен булдырыусы-2017” район конкурсында да педагогтарыбыҙ призлы урындар яуланы. Шулай уҡ “Педагогика яңылыҡтары” Бөтә Рәсәй Интернет-конкурсында ла беренсе урынды алдылар.
Балалар баҡсаһында өс төркөм эшләй. Унда 46 бала йөрөй. Һәр төркөмдә физкультура мөйөшө булдырылған. Ата-әсәләр ярҙамында спортзалға яңы йыһаздар һатып алдыҡ. Балалар рәхәтләнеп спорт менән шөғөлләнә, улар өсөн “Сәләмәтлек көндәре” уҙғарыла. Малайҙарға һәм ҡыҙҙарға спорт әҙерлеге балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында, артабан мәктәп йылдарында үткәрелгән район спартакиадаларында еңергә булышлыҡ итә.
Читайте нас: