-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Октябрь 2017, 17:23

Яңыса белем биреү

Фән урынында тормай. Бөтә эшмәкәрлек тармағына ла яңы мәғлүмәти технологиялар индерелә. Шул уҡ ваҡытта заман уҡыусыларға белем биреүҙең яңы стандарттарын индерә.

Фән урынында тормай. Бөтә эшмәкәрлек тармағына ла яңы мәғлүмәти технологиялар индерелә. Шул уҡ ваҡытта заман уҡыусыларға белем биреүҙең яңы стандарттарын индерә.
Районда Фёдоровканың ике мәктәбе ле заманса мәғариф учреждениеһы моделе булып тора. Ундағы уҡыу процесы һәм шарттары ҡала гимназияларынан һәм лицейҙарынан бер нимәһе менән дә айырылмай. Бының өсөн уҡыусыны шәхес итеп, бөтә яҡлап үҫтереүгә йүнәлтелгән төрлө методикалар, шулай уҡ мәғлүмәти-компьютер технологиялары уңышлы ҡулланыла.
-Белем алыуға, яңы темаларға һәм фәндәргә ҡыҙыҡһыныу уятыу өсөн мәктәбебеҙҙә күп төрлө педагогик технологиялар, шулай уҡ заманса йыһаздар ҡулланыла. Һәр уҡыу бүлмәһендә интерактив таҡта йәиһә смарт-телевизор, тиҙлекле Интернет бар. Дәрестәрҙә телдән бирелгән материал экрандағы материал менән оҙатылып бара,- тине Фёдоровка 1-се мәктәбе директоры К. Морозов.
Фотоларҙан, видеоматериалдарҙан, презентацияларҙан файҙаланыу фәнде өйрәнеүгә булышлыҡ итә. Мәктәп педагогтары әйтеүенсә, китап урынына улар дәрескә флешка алып баралар.
Фёдоровка 2-се мәктәбендә лә уҡыу процесы шулай бара. Бынан тыш, был районда ФГОС бойомға ашырылған берҙән- бер белем биреү учреждениеһы.
Читайте нас: