Бала өсөн ғаилә йәшәү урыны ла, тәрбиә мөхите лә булып тора. Нәҡ ата-әсәләр - балаларының тәүге педагогтары. Билдәле бер этапта улар балалар баҡсаһы менән берләшеп бала өсөн төп мәғариф сығанағы булып китә.
Ғаилә лә, мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы ла уға социаль тәжрибә бирә. Ләкин был эшмәкәрлектәр бер-береһе менән тығыҙ бәйләнештә барғанда ғына кескәй балаға ҙур донъяға инеү өсөн шарттар булдырыла.
Шуға ла баҡсабыҙ коллективының төп маҡсаттары- ата-әсәләрҙе педагогика процесында әүҙем ҡатнашыуға йәлеп итеү, баланың шәхесен тулыһынса үҫтереүҙе тәьмин итеү, тәрбиә мәсьәләрендә ата-әсәнең компетентлылығын күтәреү.
Динес ауылы “Ләйсән” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе.