-1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Ноябрь 2017, 13:28

“БДИ, ТДИ тапшырасаҡмын”

“Просвещение” нәшриәте федераль педагогик үлсәм институты менән берлектә был проектты ике йыл элек башлап ебәрҙе. Ул Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә уңышлы эшләп килә.

“Просвещение” нәшриәте федераль педагогик үлсәм институты менән берлектә был проектты ике йыл элек башлап ебәрҙе. Ул Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә уңышлы эшләп килә.

Проект һәр төбәктәге уҡыусыларҙың йомғаҡлау аттестацияһы сиктәрендә юғары уңыштарға ирешеү буйынса комплекслы программа рәүешендә эшләнгән. Уға аттестация һөҙөмтәләрен анализлау һәм ауырлыҡ тыуҙырған биремдәҙе асыҡлау, уҡыусыларҙың әҙерлек кимәлен диагностикалауҙың бер нисә этабы, уҡытыусылар өсөн фәндәр буйынса йүнәлеш биреүсе һәм методик семинарҙар үткәреү һәм ата-әсәләр менән эшләү инә.

Быйылғы уҡыу йылында республикабыҙ проектта ҡатнашыуын дауам итә. Шуға ла райондың бөтә белем биреү ойошмалары үҙ аллы предметтар иҫәбен һайлап, “Мин ТДИ тапшырам” проектына ҡушыла ала.

Белешмә

“Мин БДИ тапшырам” проекты 2015 йылда илебеҙҙең алты төбәгендә уҡыусыларҙың белем сифатын арттырыу маҡсатында эшкәртелгән. Уның нигеҙендә рус теле һәм йәмғиәтте өйрәнеү предметтары буйынса, базалы һәм профилле кимәлдәр өсөн математиканан модулле курстар тора.


Э. ЙОСОПОВА,

мәғариф бүлегенең методика кабинеты мөдире.
Читайте нас: