+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
10 Ноябрь 2017, 15:58

Күңелле һәм файҙалы ял иттеләр

Гончаровка уҡыусылары каникулдарын күңелле һәм ҡыҙыҡлы үткәрҙе.

Гончаровка уҡыусылары каникулдарын күңелле һәм ҡыҙыҡлы үткәрҙе.
Мәктәптә көндөҙгө “Ер шары” лагеры ойошторолдо. Унда 1-5 синыф уҡыусылары йөрөнө. Һәр көн тематикалы булды. Тәрбиәселәр презентацияларҙан, видеороликтарҙан файҙаланып, уйын формаһында белем саралары үткәрҙе.
Шулай, “Экология көнө”ндә Л. Моратшина менән Е. Ермошина рәсемдәр викторинаһы һәм конкурсы үткәрҙе. Балалар шулай уҡ күңелле старттарҙа ҡатнашты, әкиәттәр сәхнәләштерҙе. Уҡыусыларға таланттар конкурсы бик оҡшаны. Улар ҙур теләк менән релаксация бүлмәһенә йөрөнө, бейеү флешмобында ҡатнашты. Ашханала иртәнге һәм төшкө аштар ҙә телеңде йоторлоҡ ине. Педагогтар Л. Моратшина, Е. Ермошина, А. Баҡыева, Г. Иманғолова, Н. Захарова, О. Веселова балаларҙың ялын байрамға әйләндерҙе.
Читайте нас: