-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
24 Ноябрь 2017, 12:40

Онотолмаҫ тәьҫораттар алып ҡайттылар

Фёдоровка 2-се мәктәбенең 8а синыфы уҡыусылары илһөйәрлек йүнәлешле тәрбиә эше сиктәрендә Мәләүез ҡалаһында халыҡ ижады үҙәгендә булды.

Уҡыусыларға һыу аҫты кәмәһе моряктары хеҙмәте тураһында һөйләнеләр.
Уҡыусыларға һыу аҫты кәмәһе моряктары хеҙмәте тураһында һөйләнеләр.
Фёдоровка 2-се мәктәбенең 8а синыфы уҡыусылары илһөйәрлек йүнәлешле тәрбиә эше сиктәрендә Мәләүез ҡалаһында халыҡ ижады үҙәгендә булды.
Музейҙа һауыт-һаба, келәмдәр, туҡымалар һәм ХIХ быуаттың башҡа көнкүреш әйберҙәре үҙ урынын алған. Үҙәктең төп сағыу биҙәге- “Аманат” фольклор ансамбле. Коллектив 2010 йылдың 15 мартында ойошторолған. Ул башҡорт халҡының иң яҡшы йыр өлгөләрен һаҡлап ҡалыу һәм пропагандалау йүнәлешендә эшләй. Ансамблдә ҡатнашыусылар традицион музыка ҡоралдарында- ҡурайҙа, ҡубыҙҙа, балалайкала, һыҙғыртҡыста, думбырала һ.б. оҫта уйнай. Ансамблдең күпселек йырҙарын автор- башҡарыусы Фәнил Сафуан улы Яманаев башҡара. “Аманат тауҙары” композицияһы “Аманат”тың гимны булып киткән. Ул уҡыусыларға бер нисә йырын башҡарҙы.
Ансамблдең етәксеһе Ҡаразбаева Гөлсинә Тимерғәли ҡыҙы уҡыусыларға үҙәктең экспонаттары тураһында бәйән итте,төрлө музыка ҡоралдарында уйнау оҫталығын күрһәтте. Музейҙың һәр өлөшө билдәле бер тематикаға бағышланған, улар матур биҙәлгән һәм тарихҡа ҡарата һоҡланыу һәм ғорурлыҡ тойғоһон уята. Халыҡ ижады үҙәгендә диңгеҙ тематикаһына ҙур иғтибар бирелгән, иҫтәлекле экспонаттар бихисап, музейҙың нәҡ уртаһында иҙәнде йырып тиерлек, “Курск” субмаринаһының макеты “йөҙөп” сыға. Фәнил Яманаев һәләк булған дуҫтарын һәм яҡташтарын хәтергә алмай ҡалманы. Республиканан дүрт герой мәңгегә диңгеҙгә “киткән”. Барыһы ла моряктарҙы бер минут тынлыҡ менән иҫкә алды.
Фәнил Сафуан улы ла һыу аҫты кәмәһендә хеҙмәт иткән, Урта диңгеҙҙең, Атлантик океандың (хәрби патруль) күп автономкаларында ҡатнашҡан. Флотта 23 йыл хеҙмәт иткән, өлкән мичман, дәүләт наградалары менән бүләкләнгән. Башҡорт халҡының данлыҡлы улы Фәнил Яманаев, запаста булһа ла, бөгөн дә гражданлыҡ тормошонда сәнғәт һәм мәҙәниәт тармаҡтарында яңы ижади уңыштарға ирешә. Һәүәҫкәр рәссам, шағир, йырсы, музыкант, БР Диңгеҙ йыйылышы ағзаһы, әүҙем тормош алып бара. Республикабыҙҙың төрлө ҡалаларында уның 10 шәхси күргәҙмәһе ойошторолған, сюжеттарының күпселеге алыҫ походтарҙа тыуған. Фәнил Яманаевтың картиналары өлкәндәрҙә лә, балаларҙа ла һоҡланыу хисе уята. Уның картиналарында диңгеҙ тере һымаҡ, һәр картинаһына атап шиғыр яҙған. Йырҙарында, шиғырҙарында һәм картиналарында тыуған яғының тәбиғи матурлығына, хәрби флотҡа һәм кешеләрҙең батырлығына дан йырлай ул. Был осрашыу аҙағында Фәнил Сафуан улы үҙе ижад иткән БР моряктарының, йылға флоты курсанттарының гимнын башҡарҙы.
Читайте нас: