+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Декабрь 2017, 16:52

Нимә ул насар? Был һорауға яуап айлыҡ барышында табылды

Беҙ, айырыуса үҫеп килгән быуын стрестарға, ҡаршы фекерҙәргә дусар ителгән, социаль селтәрҙәрҙең насар йоғонтоһона бирелгән ябай булмаған заманда йәшәйбеҙ.

Беҙ, айырыуса үҫеп килгән быуын стрестарға, ҡаршы фекерҙәргә дусар ителгән, социаль селтәрҙәрҙең насар йоғонтоһона бирелгән ябай булмаған заманда йәшәйбеҙ. Уҡыусының дөрөҫ үҫешеүе, шәхес булыуы, камиллашыуы ғаиләләге тәрбиәгә, эргәләгеләрҙең тәьҫиренә бәйле. Бында мәктәп мөһим роль уйнай.
Районыбыҙҙың белем биреү учреждениеларында законға ҡаршы тәртип, уҡыусыларҙа сәләмәт тормош рәүешен булдырыу маҡсатында бәлиғ булмағандар араһында енәйәттәрҙе профилактикалау айлығы үтте. Күп кенә мәктәптәр инициативалы эшкә ҡушылды. Педаготар семинарҙары, был йүнәлештәге эште яҡшы ойоштороу буйынса смотр-конкурстар, өлкән синыф уҡыусылары менән социаль-психологик тест үткәреү, «Бергәләшеп хәүефһеҙ бала саҡҡа атлайбыҙ» рәсемдәр конкурсы үткәрелде, «Беҙ сәләмәт тормош рәүеше яҡлы» видеороликтары һ.б. күрһәтелде. Гончаровкалар, ҡораласыҡтар, динестәр, баласытырмандар үткәргән презентациялар эстәлекле, белем биреү учреждениеларының тәрбиә эше эшмәкәрлеген яҡтырта тип танылды. Конкурстарҙа уҡыусылар ҙа әүҙем ҡатнашты. Айырыуса Р. Йәлилованың (Бала Сытырман) һәм И. Захаровтың (Гончаровка), И. Хәйбуллиндың (Яңы Яуыш), Новоселка мәктәбенең туғыҙынсы синыф уҡыусыларының эштәре үҙенсәлекле булды.
Фёдоровка 1-се мәктәбендә «Наркотик һәм кешенең тормош перспективалары», «Дисциплина ниңә кәрәк?», «Законыбыҙ- Рәсәй конституцияһы» класс сәғәттәре уҙҙы. Шулай уҡ уҡыусылар «Мин- сәләмәт тормош рәүеше яҡлы” рәсемдәр конкурсында ҡатнашты, хоҡуҡи темаға видеофильмды ҡыҙығып ҡараны.
Читайте нас: