“Сараларҙың ниндәйендә лә ҡатнашырға яратам. Унан яңылыҡтарҙы беләм, даирәмде киңәйтәм, тиҫтерҙәрем менән танышам”,- ти Кузьминовка мәктәбе уҡыусыһы Ермолаева Настя.
Ҡыҙ тарих менән мауыға, айырыуса районыбыҙҙан сыҡҡан арҙаҡлы шәхестәр уның иғтибарын йәлеп итә. Мәҫәлән, башланғыс синыфтарҙа уҡығанда уҡ Советтар Союзы Геройы Н.Т. Антошкин тураһында ҡыҙыҡлы тикшереү эше яҙған. Район кимәлендә был эш Ермолаева Настяға еңеү килтергән. Ә быйыл көҙ республика вәкилдәре алдында шул эштең исем туйы үткән. Тикшереү эше тик ыңғай баһа алған һәм бишенсе синыф уҡыусыһын Өфөгә олимпиадаға саҡырғандар.
Әле ҡыҙ олимпиадаға әҙерләнә, шул уҡ ваҡытта мәктәп һәм район сараларында ҡатнашып, еңергә өлгөрә. Ул тик “4” һәм “5” билдәләренә генә уҡый, өйҙә атай-әсәһенә ярҙам итә, дуҫтары менән аралаша.