+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
16 Ғинуар 2018, 12:10

Проблемалар тураһында асыҡтан-асыҡ

Муниципаль райондарҙа әҙ комплектлы мәктәптәрҙең хәлен өйрәнеү өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағында биш эшсе төркөм булдырылды.

Муниципаль райондарҙа әҙ комплектлы мәктәптәрҙең хәлен өйрәнеү өсөн БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарамағында биш эшсе төркөм булдырылды.

Бына шундай белем учреждениеларының проблемаларын һәм үҫеш перспективаларын асыҡлау маҡсатында БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Р. С. Хисмәтуллина етәкселегендәге шундай бер төркөм уҙған йома, 12 ғинуарҙа районыбыҙҙа булып китте. Төркөм составына шулай уҡ БИРО ҡарамағындағы башланғыс белем биреү кафедраһы мөдире З. Г. Нафиҡова, М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның философия, социология һәм политология кафедраһы профессоры В. Н. Антошкин һәм М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның педагогика кафедраһы доценты Л. П. Ғирфанова ингәйне.

Сәфәр барышында улар өс белем биреү учреждениеһында булды. Балыҡлы һәм Динес ауылдарында педагогик коллективтар менән осрашыуҙар ойошторолдо, мәктәп эше буйынса мәсьәләләр хәл ителде, проблемалар һәм уларҙы хәл итеү юлдары тураһында фекер алышыу булды.

Федоровка 1-се мәктәбендә йомғаҡлау кәңәшмәһе уҙҙы. Унда район хакимиәте башлығы В. Ф. Насретдинов, райондың бөтә мәктәп директорҙары ҡатнашты. Әҙ комплектлы мәктәптәрҙә булған проблемалар билдәләнде. Эшсе төркөм килеп тыуған проблемаларҙы, шул иҫәптән әйтеп үтелгән дистанцион, мобиль белем биреүҙе ойоштороу һымаҡ мәсьәләләрҙе хәл итеү юлдарын тәҡдим итте.

Р. ИСМӘҒИЛЕВ,

мәғариф бүлеге начальнигы.
Читайте нас: