-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Февраль 2018, 17:12

Ғаилә гербын төшөрәйек

Районыбыҙ мәктәптәре уҡыусыларының ырыу (ғаилә) гербын булдырыу конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеге тыуҙы.

Районыбыҙ мәктәптәре уҡыусыларының ырыу (ғаилә) гербын булдырыу конкурсында ҡатнашыу мөмкинлеге тыуҙы.

Конкурста ҡатнашыусыларға үҙ ғаиләһе, ырыуы шәжәрәһен өйрәнергә, уның гербын булдырырға кәрәк. Рәсемде А3 форматтағы ҡағыҙҙа ҡәләм, гуаш, буяуҙар һәм фломастер менән төшөрөргә мөмкин. Герб-та ғаилә ҡиммәтлектәре сағылдырылырға, темаға тап килергә тейеш. Уның аҫҡы мөйөшөндә 8-гә 5 см киңлегендәге этикеткала уҡыусының исем-шәрифе, уҡыған мәктәбе, класы яҙылған булырға тейеш. Рәсем менән бергә ундағы гербтың идеологик мәғәнәһен аңлатыусы яҙма мәғлүмәт тә тапшырыла. Эштәр 2018 йылдың 20 февраленәсә ҡабул ителә. Конкурс үткәрелгәндән һуң Фёдоровка район мәҙәниәт йортонда уларҙан күргәҙмә ойоштороласаҡ.Үҙ гербының асылын аса алған уҡыусылар ғаиләләре шәжәрәләре хаҡында һөйләйәсәк.

Район балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары станцияһы.
Читайте нас: