+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
1 Март 2018, 12:04

Крайҙы өйрәнеүселәр тупланмаһына грамота

БР Милли музейында йыл һайын Республика Крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте Президиумы рәйесе Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин етәкселегендә Республика крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәтенең кәңәшмәһе уҙа. Сарала йәмғиәттең район һәм ҡала ойошмалары рәйестәре ҡатнаша. Сираттағы кәңәшмә 12 февралдә булды һәм ул уҙған йылға йомғаҡ яһау һәм 2018 йылға пландар билдәләүгә бағышланды.Районыбыҙҙың крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәтенә (етәксеһе Ә.С.Аҡсурин) Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы- 2017 әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн тантаналы рәүештә БР Крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте Президиумынан Маҡтау грамотаһы тапшырылды.Татьяна ИВАНОВА.

БР Милли музейында йыл һайын Республика Крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте Президиумы рәйесе Ғәли Фәйзрахман улы Вәлиуллин етәкселегендә Республика крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәтенең кәңәшмәһе уҙа. Сарала йәмғиәттең район һәм ҡала ойошмалары рәйестәре ҡатнаша. Сираттағы кәңәшмә 12 февралдә булды һәм ул уҙған йылға йомғаҡ яһау һәм 2018 йылға пландар билдәләүгә бағышланды.

Районыбыҙҙың крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәтенә (етәксеһе Ә.С.Аҡсурин) Экология һәм айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәләре йылы- 2017 әҙерләүҙә һәм үткәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан өсөн тантаналы рәүештә БР Крайҙы өйрәнеүселәр йәмғиәте Президиумынан Маҡтау грамотаһы тапшырылды.

Татьяна ИВАНОВА.
Читайте нас: