-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
3 Апрель 2018, 11:19

Һәр һүҙе - ижад емеше

Бөтә донъя шиғриәт көнө 21 мартта билдәләнә. Үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре был көндә татар теле уҡытыусыһы Йәүҙәт Исмәғилевҡа арналған шиғриәт байрамын ойошторҙо. Ул үҙенсәлекле шағирҙың шиғырҙарын яратып уҡыусылар араһында үткәрелгән конкурс төрөндә ойошторолдо.

Уҡыу залында уның туғандары һәм яҡындары, уның менән осрашыу бәхетенә эйә булғандар йыйылды. Йәүҙәт Хәлим улы педагог һәм һөнәрмән артист, рәссам һәм фотограф, үҙенсәлекле бейеүсе һәм спортсы, баҡсасы һәм умартасы таланттарына эйә кеше ине. Әммә, уҡытыусы һәм артист һөнәре барыһынан да көслөрәк ине. Шул һөнәрҙәре шиғриәткә, сәнғәткә урғылып инде, һәр һүҙе күңеле аша үтеп, үҙен дә, уҡыусыларын да илһамландырҙы.

Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, уның маҡсаты – Йәүҙәт Исмәғилевтың ижадын һәм уның тормошо өлгөһөндә кешеләрҙең милли үҙ аңын популярлаштырыу, үҫеп килеүсе быуынды илһөйәрлек рухында тәрбиәләү, китап уҡыуға, туған телгә, тыуған яҡҡа мөхәббәт тойғоһон булдырыу, уҡыусыларҙы, йәштәрҙе, өлкән быуын кешеләрен шиғриәт донъяһына, милли мәҙәниәт ҡиммәттәренә ылыҡтырыу.

Конкурста ике номинацияла 20-нән ашыу уҡыусылар һәм өлкәндәр ҡатнашты. Бында мәктәп директорҙары ла, уҡытыусылар ҙа, ауыл биләмәләре идарасылары ла, китапханасылар һәм ауыл кулбтары мөдирҙәре лә, хатта 70 йәштән уҙған мәсет имамы ла ҡатнашты.

Шағирҙың ижадынан төрлө тематикалы әҫәрҙәр яңғыраны. Ҡатнашыусылар ҡыҙыҡлы исем туйҙары әҙерләне, милли колоритлы костюмдар һайлап алды. Шиғырҙар музыка аҫтында уҡылды. Конкурсанттарҙың сығыштары араһында һәүәҫкәр артистар сараны сағыу концерт номерҙары менән биҙәне. “Шағир күңелле уҡытыусы” күргәҙмәһе әйтелгәндәрҙе бай фотоматериалдар менән байыҡтырҙы.

Һүҙ жюриға бирелде. Уҡыусылар араһында Ҡораласыҡ мәктәбененең 9 синыф уҡыусыһы Мөрсәлимова Юлиә еңеүсе булды. Икенсе урында Фёдоровка 1-се мәктәбенең 8 синыфы уҡыусыһы Әминева Сөмбөл, ошо уҡ мәктәптән 7 синыф уҡыусыһы Кәшәева Алина өсөнсө урын алды.

Өлкәндәр араһында Миләүшә Дашкинаның сығышы сағыу һәм тулҡынландырғыс булды. Икенсе урында - Юрматынан Рүзилә Мостафина, Фёдоровка 1-се мәктәбенән татар теле уҡытыусыһы Л.Ғ. Кәшәева өсөнсө урынға сыҡты. Еңеүселәргә Почёт грамоталары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ҡатнашыусыларҙың барыһы ла Дипломдарға һәм татлы приздарға эйә булды.

Шағирҙың тол ҡатыны М.Н. Исмәғилеваның, уҡытыусыларының эшен дауам итеүсе уҡыусыларының сығыштары бик тулҡынландырғыс булды.

Сараны ойоштороуҙа “Гермес” ҡулланыусылар йәмғиәте рәйесе И.Ш. Баҡыев, китапхана хеҙмәткәрҙәре З. Мөхәмәтйәнова, Р. Хәлитова бағымсы ярҙамын күрһәтте.

Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, уҡытыусы-методист, шағир Йәүҙәт Хәлим улы Исмәғилевтың хәтер кисәһе тейешенсә кимәлдә үтһен өсөн үҙәк район китапханаһы хеҙмәткәрҙәре ҙур әҙерлек эштәрен башҡарҙы.

Гәрәй ХӘЛИТОВ.

Автор фотоһы.
Читайте нас: