Ата-әсәләрҙең был хаҡта ялыуҙары Генераль прокуратура тикшереүе тарафынан раҫланды. РФ составындағы республиканың бер нисә мәктәбендә рус теле дәрестәренең 2-3 сәғәткә ҡыҫҡартылыуы асыҡланды. Балалары туған тел дәрестәренә йөрөмәгән өсөн ата-әсәләргә хатта штраф һалыу осраҡтары булған. Владимир Путин был хәл буйынса ата-әсәләрҙең йәиһә баланың законлы вәкилдәренең республиканың милли телен өйрәнергәме- юҡмы икәнлеген үҙҙәренә һайларға ҡушты.
Был закон проектының тәүге версияһы ҙур резонанс сығарҙы- РФ республикаларында ниңәлер закон сығарыусылар туған телде факультатив дәрес булараҡ ҡалдырырыға ниәтләйҙәр, тип уйлағандар. Закон проектын “милли республиканың дәүләт теле” аңлатмаһына, уны дәүләт власы һәм урындағы үҙ идара органдарында, киң мәғлүмәт сараларында һәм мәҙәниәт учреждениеларында ҡулланыу мөмкинлегенә бер нисек тә ҡағылмауын билдәләп үтергә кәрәк. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, Дәүләт Думаһы закон проектын эшкәртте, бөтә тәнҡиттәрҙе лә иҫәпкә алды. Депутаттар Рәсәйҙә граждандарҙың тел хоҡуҡтарын нисек тә ҡыҫырыҡлау юҡ һәм булмаясаҡ, тигән принцип менән эш итте.
Ошо килешелгән версияға ярашлы, туған тел мәктәп программаһының төп өлөшөндә ҡаласаҡ, шул уҡ ваҡытта уҡыусыларҙың ата-әсәләре ғариза яҙып, телде һайлай аласаҡ. Туған тел булараҡ милли телде һәм рус телен дә һайларға мөмкин буласаҡ. Мөһим теүәллек- туған тел бөйөк рус теленә зыян килтерерлек итеп өйрәнелергә тейеш түгел. Ғәмәлдәге стандарттар буйынса рус теленә- 5 сәғәт, туған телгә аҙнаһына 3 сәғәт бирелә. Әгәр ата-әсәләр рус телен һайлаһа, бала уны өйрәнеү буйынса өҫтәмә сәғәттәргә эйә була.
Шул уҡ ваҡытта ғаиләләр үҙҙәре өсөн туған тел тип иҫәпләмәгән телдәргә көсләп өйрәтеү булмаясаҡ. Балалар республика телен белеүен теләгән граждандарҙың да хоҡуҡтары сикләнмәй. Шулай, закон тел күптөрлөлөгөн бөтөрөү яҡлы түгел, ә киреһенсә, кешеләргә үҙ телен ирекле өйрәнергә рөхсәт бирә һәм хоҡуҡтарын яҡлай.
Российская газета-7624-се һаны (161).