“Башҡортостан пионерҙары” йәмәғәт ойошмаһынының тыуған көнөндә районыбыҙҙың 29 мәктәбендә лә традицион уҡыусылар линейкалары уҙа. Быйыл ул өҫтәмә белем биреүҙең 100 йыллығына һәм Фёдоровка районының 85 йыллығына бағышланды.
Ҡораласыҡ дөйөм белем биреү мәктәбенең пионерҙар ойошмаһы иң яҡшыһы, әүҙеме. Район, республика кимәлендәге бөтә сараларҙа ҡатнашалар. “Еҙ үксә”, “Күңелле тамсылар”, “Башҡортостан ынйылары” конкурстары уларҙан башҡа үтмәй. “Алға, йәш армеецтар!” йыр һәм сафта йөрөү конкурсының район этабында күп тапҡырҙар еңеү яуланылар. 2016-2017 йылдарҙа Рәсәй пионерҙары хәрәкәтенең 95 йыллығы айҡанлы, хәрәкәттең ауыл ветерандары өсөн материалдары өсөн мәктәптең пионерҙар ойошмаһы “Башҡортостан пионерҙары” район йәмғиәтенең Почет грамоталары менән бүләкләнде. Ҡораласыҡ пионерҙары “Ғаилә-тормош, ижад, илһам” республика пионерҙар хәрәкәте конкурсы призерҙары булды.
Был әһәмиәтле көндә беҙ Ҡораласыҡ мәктәбенә тантаналы линейкаға килдек һәм йәш ағзаларҙы пионерға ҡабул итеү сараһында булдыҡ.
Шулай, пионерҙар хәрәкәтенең яҡшы традицияһы буйынса, өлкән пионервожатый Дифнә Вәсих ҡыҙы Ғайсинаның барабан һәм борғо тауышына залға Башҡортостан пионерияһының флагын алып инделәр. Рәсәй гимны яңғырай, 8 синыф уҡыусылары Азалия Хәйбуллина, Эльза Насирова, Альбина Зөбәйерова Рәсәй пионерҙары хәрәкәтенең тарихын ҡыҫҡаса һөйләне. Сәләмләү телмәре менән пионерҙар хәрәкәте ветераны, мәктәп директоры Сөмбөл Хәйбуллина сығыш яһаны. Ул пионерҙарҙың изге эштәрен иҫкә алды, үҙе Зина Портнова исемендәге отряд рәйесе булғандағы альбомын күрһәтте. (Зина – герой-пионер, йәш партизан, фашистар ҡулынан һәләк булған).
Алтынсы синыф уҡыусылары темаға бағышланған шиғырҙарҙы уҡығандан һәм өсөнсө синыфтан өс уҡыусы тантаналы рәүештә ант биргәндән һуң, уларҙы пионерға ҡабул иттеләр. Өс төҫтәге галстук- “Алтын бал ҡорто” Башҡортостан балалар йәмәғәт ойошмаһы символы. Уҡыусыларға галстукты өлкән дуҫтары таҡты. Райондың пионерҙар ойошмаһы етәксеһе, балалар- үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәге методисы Зинаида Ивановна Пирковская йәш пионерҙарға был юғары исемгә лайыҡ булыуҙарын теләне. Сара аҙағында пионерҙарҙың “Взвейтесь кострами” йыр-гимны яңғыраны.