+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Октябрь 2018, 12:42

Помидор әфәнде бүләкле итте

Сентябрь уртаһында “Мичурин томаты-2018” республика конкурсы булды.

БДАУ Йәштәр һарайында районыбыҙҙан Советтар Союзы Геройы Н.Т. Антошкин исемендәге Кузьминовка мәктәбенән 8 синыф уҡыусыһы, балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары станцияһының “Йәшел йорт” (етәкселәре И.В. Палаева) берләшмәһе ағзаһы Надежда Асабина сығыш яһаны. Ул етәксеһе менән бергә “Иң тәмле”, “Мул уңыш”, “Иң эре йәшелсә” номинацияларында материалдар күрһәтте. Фотолар һәм тәмле емештәр генә түгел, уның һәр сорт тураһында яҙмаһы, орлоғо һәм консерваланған продукцияһы күрһәтелде. Надежда “Иң эре йәшелсә” номинацияһында еңеп, БР Балалар экология-биология үҙәгенең Грамотаһына эйә булды.

Бәләкәстәр үҙҙәрен күрһәтте

Республика экология-биология үҙәге “Башҡортостандың ҡанатлы дуҫтары-2018” акцияһын үткәрҙе. “Йәшел йорт” берләшмәһе (етәкселәре И.В. Палаева) “Һайыҫҡан” номинацияһында икенсе урынды яуланы. Фёдоровка “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр (төркөм етәксеһе М.И. Николаева, координаторы И.В. Палаева) “Утлыҡса” номинацияһында күрһәткән материалдары буйынса республиканың мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары араһында өсөнсө урынға сыҡты. Ике берләшмә лә Республика экология-биология үҙәгенең дипломдары менән бүләкләнде.

Е. ДУНИНА,

балалар-үҫмерҙәр туризмы һәм экскурсиялары станцияһы директоры.
Читайте нас: