Арина тик яҡшыға ғына уҡый, педагогтарҙың ғорурлығы , ата-әсәһенең шатлығы. Үҙ фекерен яҡлай белә- был ыңғай сифаты тормошонда бик ярап ҡаласаҡ. Ул әүҙем, төрлө яҡлап үҫешкән, ҡыҙыҡһыныусан ҡыҙ.
Ул күп дипломдарға һәм грамоталарға эйә. Арина “Русский медвежонок- языкознание для всех”, “Олимпис”, “Журавлик”, “Кириллица”, “Молодежный чемпион по биологии”, “Ломоносовские чтения” уйын-конкурстарында ҡатнашҡан. Халыҡ-ара “Мириады открытий” конкурсында сертификат алған. Шулай уҡ Ғаилә йылы айҡанлы дөйөм белем биреү учреждениелары араһында ғаилә гербын төҙөүҙә почет грамотаһына лайыҡ булған.
“Республикама дан йырлайым” район һәм республика иншалар конкурстарында, “Фёдоровка районы йәштәре тирә-яҡ мөхитте өйрәнә” район экология конференцияһында, муниципаль этапта бөтә Рәсәй уҡыусылар олимпиа-даларында,“Ғилемгә аҙым” Республика ғилми-практик конференцияһында ҡатнаша.
Аринаның һәр кемдеке һымаҡ, уҡыуҙан тыш үҙ мауығыуҙары бар. Ул скрапбукинг менән шөғөлләнә. Был фотоальбомдар, фотолар һәм картиналар өсөн рамкалар, буклеттар, асылмалар, бүләк төргәктәре әҙерләү буйынса оло бер сәнғәт. Өҫтәүенә, ул хайуандарҙы ярата. Өйҙәрендә ҡусҡар, балыҡтар, эт һәм бесәйҙәр аҫрайҙар.
Ата-әсәһе Аринаға төрлө яҡлап булыша. Уның ҡыҙыҡһыныуҙарын хуплайҙар, йүнәлеш бирәләр. Ҡыҙ тырыша, тимәк, һөҙөмтәләр ҙә лайыҡлы буласаҡ.
Оксана БУРКИНА. Фото ғаилә альбомынан.