+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
17 Май 2019, 11:09

«Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам»

Иртәгә республикала башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант буласаҡ!

Иртәгә республикала башҡорт теле буйынса Халыҡ-ара диктант буласаҡ!Ул Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереү, башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтен пропагандалау, халыҡтың телде белеү кимәлен арттырыуға ярҙам итеү маҡсатында үткәрелә. Төп майҙансыҡ Башҡорт дәүләт университетында урынлашасаҡ, ике аудиториянан онлайн-трансляция алып барыласаҡ, береһе башҡорт телен белеүҙең башланғыс кимәле, икенсеһе – башҡорт телендә ирекле аралашыусылар өсөн.Альтернатив майҙансыҡтар филиалдарҙа, институттарҙа, Башҡортостан Республикаһының дөйөм, урта махсус һәм башҡа белем биреү учреждениеларында ойоштороласаҡ.Был йыл һайын үткәрелеүсе ирекле акцияла, йәшенә, белеменә, социаль статусына, диненә һәм гражданлығына ҡарамаҫтан, теләгән һәр кеше ҡатнаша ала. Үҙ исемеңде күрһәтеү ҙә мотлаҡ түгел, алдан теркәлмәйсә килергә мөмкин.Шулай уҡ һәр ҡатнашыусы үҙенең башҡорт телен белеү кимәлен үҙ аллы йәки диктанттың сайтында урынлаштырылған тест ярҙамында тикшерә ала.
Читайте нас: