Сарала ҡатнашыусылар өсөн башҡорт теле һәм әҙәбиәте, туған телдәр уҡытыусылары, дөйөм белем биреү ойошмалары тәрбиәселәре һәм уҡытыусылары мастер-кластары ойошторолдо. Шулай уҡ дискуссия майҙансыҡтары эшләне, унда күп теллелек шарттарында башҡорт телен өйрәнеү, мәктәпкәсә белем биреү йәше балаларын этномәҙәни тәрбиәләү мәсьәләләре, ғаиләлә туған телде һәм милли традицияларҙы һаҡлау һәм үҫтереү роле, башҡорт телен өйрәнеүҙә цифрлы белем биреү өлкәһен булдырыу буйынса фекер алыштылар.Конференцияла педагогтар проблемаларҙы хәл итеү алымдарын тәҡдим итә, артабан эшләргә кәрәк булған мәсьәләләрҙе күтәрә алды.