Бөгөн, 20 майҙа, 17.00 сәғәттә “Берҙәм Рәсәй” Партияһы Рәйесе Д.А. Медведевтың Башҡортостан Республикаһындағы Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә аудиоселектор кәңәшмә буласаҡ. Ул быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын үткәреүгә һәм балаларҙың йәйге ялын ойоштороуға бағышланасаҡ.Сарала БР Мәғариф министры вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы А. Хажин, “Берҙәм Рәсәй” Партияһы Рәйесенең Төбәк йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе етәксеһе, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Э. Айытҡолова, БР Мәғариф өлкәһендә контроль һәм күҙәтселек буйынса идара начальнигы А. Яримов, БР Мәғариф министрлығының дәүләт йомғаҡлау аттестацияһы һәм сифатты баһалау бүлеге начальнигы А. Байрамғолова, Мәғлүмәт эшкәртеү төбәк үҙәге директоры Р. Рямов ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ кәңәшмәлә муниципаль райондар һәм ҡала округтары хакимиәттәре вәкилдәре, мәғариф өлкәһендә идара итеүсе урындағы үҙидара органдары етәкселәре лә ҡатнашасаҡ.