18 майҙа бөтә республикала, Рәсәйҙең ҡайһы бер төбәктәрендә һәм ҡалаларында, сит илдә Башҡорт теле буйынса халыҡ-ара диктант яҙҙылар. Беҙҙең район буйынса уны бөтәһе 213 кеше яҙҙы. Уларҙан башҡорт телен башланғыс кимәлдә белгән 99 кеше “Өфө” тип исемләнгән тексты, телдә ирекле аралашҡан 114 кеше – “Ҡурай моңо ағыла” тексын яҙҙы. Тикшереү һөҙөмтәләре буйынса, диктанттың сифаты 81 процент тәшкил итә.