Кисә, 27 майҙа, районыбыҙҙа сығарылыш синыф уҡыусылары тәүге имтихандарын тапшырҙы. Ике уҡыусы “География”, бер уҡыусы “Әҙәбиәт” буйынса БДИ бирҙе. Федоровка районы муниципаль районының мәғариф бүлегендә хәбәр итеүҙәренсә, имтихандар штатлы режимда барған, хоҡуҡ боҙоуҙар асыҡланмаған.