-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
19 Июнь 2019, 17:04

Районыбыҙҙа “Мәғариф” милли проекты бойомға ашырыла

Башҡортостанда был милли проект сиктәрендә йыл аҙағына тиклем цифрлы һәм гуманитар профиль буйынса 133 үҙәк барлыҡҡа килергә тейеш.

Башҡортостанда был милли проект сиктәрендә йыл аҙағына тиклем цифрлы һәм гуманитар профиль буйынса 133 үҙәк барлыҡҡа килергә тейеш.Һүҙ тәү сиратта ауыл мәктәптәре һәм халыҡ һаны 50 меңдән кәмерәк булған ҡалаларҙың белем биреү учреждениелары тураһында бара. Үҙәктәр “Үҫеш нөктәһе” тип аталасаҡ. Ябай мәктәп кабинеттарынан улар заманса йыһаздар һәм уҡытыу алымдары менән айырылып торасаҡ. Бындай үҙәктәрҙә балаларҙы информатика һәм ИКТ, технология һәм ОБЖ буйынса уҡытасаҡтар, шулай уҡ өҫтәмә дәрестәр ҙә үткәреләсәк.Беҙҙең районда быйыл шундай проектта ике дөйөм белем биреү мәктәбе ҡатнаша. Улар – Федоровка 2-се һәм Бала Сытырман ауылы мәктәптәре.
Читайте нас: