-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
20 Июнь 2019, 12:06

Рәсәй Федерацияһы 2030 йылға яһалма интеллект өлкәһендә белгестәр дефицитын тулыһынса бөтөрөргә ниәтләй

Был турала Яһалма интеллектты үҫтереү милли стратегияһында әйтелә.

Был турала Яһалма интеллектты үҫтереү милли стратегияһында әйтелә.2024 йылға маҡсат – яһалма интеллект тармағында мәғариф программалары буйынса алдынғы ун ил исемлегенә инеү. 2030 йылға маҡсат – яһалма интеллект өлкәһендә белгестәр дефицитын бөтөрөү, шул иҫәптән алдынғы сит ил белгестәрен йәлеп итеү иҫәбенә лә, тиелә документтың тексында.Был маҡсаттарға ирешеү өсөн мәғарифтың бөтә кимәлдәре өсөн яһалма интеллект өлкәһендә күнекмәләр булдырыу буйынса программалар эшләү планлаштырыла. Бынан тыш, был өлкәлә түләүһеҙ икенсе юғары магистр белеме алыу мөмкинлеге индереләсәк, тип хәбәр итә РИА Новости.Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, элегерәк Рәсәй Президенты Владимир Путин хөкүмәткә 30 июнгә тиклем яһалма интеллект өлкәһендә технологиялар үҫеше милли стратегияһы проектын индерергә ҡушҡайны.
#национальныепроекты
#нацпроекты
#региональныепроекты
#регпроекты
#нацпроектыбашкортостан
#владимирпутин
Читайте нас: