2018 йылдың 29 мартында Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте һәм “Талант һәм уңыш” Фонды Башҡортостан Республикаһында балалар һәм йәштәрҙең интеллектуаль-ижади потенциалын үҫтереү тармағында хеҙмәттәшлек итеү тураһында Килешеүгә ҡул ҡуйғайны.
2018 йылдың октябрендә Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә талантлы балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү үҙәктәрен булдырыуға конкурс һайлауында ҡатнашты. Уның һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостан Республикаһы еңеүсе булды һәм 283,6 мең һум күләмендә грант алды.
Башҡортостан Республикаһында балаларҙың һәм йәштәрҙең һәләттәрен һәм таланттарын асыҡлау һәм үҫтереү үҙәге төбәктең һәләтле балаларының дөйөм үҫешеүенә, интеллектуаль эшмәкәрлектең төрлө тармаҡтарында, сәнғәт, физик культура һәм спорт тармаҡтарында һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү төбәк системаһын үҫтереү өсөн уңайлы шарттар булдырыуға булышлыҡ итәсәк. Үҙәк заманса белем биреү өлкәһе булып торасаҡ.
Әлеге ваҡытта, “Талант һәм уңыш” Мәғариф фонды тәжрибәһен иҫәпкә алып, һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү төбәк үҙәген булдырыу мәсьәләһе эшкәртеү стадияһында: Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығы приказы менән эксперт төркөмө булдырылған, ойоштороу-хоҡуҡи формаһы, идара органдары, эшләү принциптары һәм ресурс яҡтан тәьмин итеү билдәләнә; үҙәкте асыуҙың планлы срогы – 2019 йылдың октябре-ноябре.