-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Июль 2019, 11:47

“Мәғариф” милли проекты сиктәрендә мәғариф министрлығы өс йәшкә тиклемге балалары булған атай-әсәйҙәр өсөн курстар булдырыу буйынса конкурс иғлан итте

Рәсәй Мәғариф министрлығы ғаиләлә мәктәпкәсә белем алған өс йәшкә тиклемге балалары булған атай-әсәйҙәр өсөн күләмле асыҡ мобиль курстар булдырыу буйынса башланғыс дөйөм суммаһы 26 млн һум булған конкурс иғлан итте.

Рәсәй Мәғариф министрлығы ғаиләлә мәктәпкәсә белем алған өс йәшкә тиклемге балалары булған атай-әсәйҙәр өсөн күләмле асыҡ мобиль курстар булдырыу буйынса башланғыс дөйөм суммаһы 26 млн һум булған конкурс иғлан итте. Тейешле мәғлүмәт дәүләт һатып алыуҙары сайтында урынлаштырылған. Документацияла күрһәтелгәнсә, бөгөн ғаиләлә мәктәпкәсә белем алған өс йәшкә тиклемге балалары булған атай-әсәйҙәрҙе балаларын тәрбиәләү мәсьәләләренә өйрәтеүсе ғәмәлдә булған, бала менән эшләү стандарттарына яуап биргән, Мәғариф министрлығы контролендә булған электрон мәғариф ресурстары юҡ.

“Шуға бәйле, электрон мәғариф платформаһы нигеҙендә күләмле асыҡ мобиль курстар форматында атай-әсәйҙәрҙе уҡытыу буйынса электрон мәғариф ресурстары булдырыу һәм индереү кәрәк”, - тиелә документацияла.

Проектты үтәү өс йәшкә тиклемге балалары булған атай-әсәйҙәрҙе заманса дистанцион технологияларҙы файҙаланып һөҙөмтәле уҡытыу өсөн шарттар булдырасаҡ. Ғаризалар 31 июлгә тиклем ҡабул ителә. Контрактты тормошҡа ашырыу 2019 йылдан 2020 йылға тиклем планлаштырыла. Бындай курстарҙы булдырыу “Мәғариф” милли проектында ҡуйылған мәсьәләләрҙе хәл итергә ярҙам итәсәк. Шулай, проект сиктәрендә 2019 йылдың аҙағына тиклем ата-әсәйҙәргә мәғлүмәти-белем биреү порталы булдырылырға, шулай уҡ балиғ булмаған балалары булған атай-әсәйҙәргә психолого-педагогик, методик һәм консультатив төрөндә 2 млн хеҙмәт күрһәтелергә, 2020 йылда бындай хеҙмәттәр һаны 4 млн тапҡырҙан кәм булмаҫҡа һәм улар 2024 йылға тиклем арта барырға тейеш.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас: