2019 йылдың июлендә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министрлығы 2020-2022 йылдарҙа “Мәғариф” милли проекты сараларын тормошҡа ашырыуға гранттар биреүгә асыҡ конкурс үткәрҙе.
Конкурста Мәғариф министрлығы ебәргән һигеҙ заявка еңеп сыҡты, һөҙөмтәлә республика федераль бюджеттан субсидия алыусы субъекттар исемлегенә инде.
Өс йыл эсендә Башҡортостанда 133 “Үҫеш нөктәһе” һанлы һәм гуманитар профилле мәғариф үҙәге, туғыҙ “IT-куб” балаларға һанлы белем биреү үҙәге, өҫтөнлөклө һөнәри әҙерлек үҙәге, өс “Кванториум” мобиль технопаркы, өс педагогия эшсәндәренең һөнәри оҫталығын өҙлөкһөҙ арттырыу үҙәге һәм педагогтарҙың оҫталығын һәм квалификацияһын баһалау үҙәге булдырыласаҡ.
Федераль проект сиктәрендә тик ҡулайлаштырылған программалар буйынса ғына эшмәкәрлек алып барған ун дөйөм белем биреү ойошмаһының матди-техник базаһын яңыртыу, шулай уҡ республиканың 690 мәктәбендә һәм колледжында һанлы мәғариф мөхите маҡсатлы моделен индереү ниәтләнә.