+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
30 Июль 2019, 10:41

Дәүләт башлығы уҡыусыларға эш дәфтәрҙәре һатып алыу өсөн ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтергә ҡушты

Рәсәй Президенты Владимир Путин һанлы технологиялар индереү арҡаһында мәктәп уҡыусылары эш дәфтәрҙәрен әҙерәк ҡуллана башлар, тип һанай.

Рәсәй Президенты Владимир Путин һанлы технологиялар индереү арҡаһында мәктәп уҡыусылары эш дәфтәрҙәрен әҙерәк ҡуллана башлар, тип һанай. Шул уҡ ваҡытта дәүләт башлығы хәлдең анализын эшләргә һәм, мохтажлыҡ булғанда, мәктәп уҡыусыларын бөтә кәрәк-яраҡ менән тәьмин итеү буйынса ғаиләләргә адреслы ярҙам күрһәтергә ҡушты, тип хәбәр ителә Кремлдең сайтында. Шулай, РФ хөкүмәтенә “мәғариф процесында, “Мәғариф” милли проектында ҡаралған “Һанлы мәғариф мөхите” федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә мәғариф процесына заманса һанлы технологияларҙы индереүҙе лә иҫәпкә алып, эш дәфтәрҙәрен ҡулланыуҙы ҡыҫҡартыу тураһындағы мәсьәләне ҡарарға” ҡушылды. Бынан тыш, дәүләт башлығы мәктәп уҡыусыларының уҡыу кәрәк-яраҡтары менән тәьмин ителеү кимәлен анализларға кәрәклеген белдерҙе.
#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#владимирпутин
Яңылыҡ сығанағы: https://futurerussia.gov.ru
Читайте нас: