+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Август 2019, 11:32

Башҡортостанда 2020 йылда ауыл балалары өсөн мобиль технопарктар эшләй башлаясаҡ

Киләһе йылда техник түңәрәктәр, технопарктар һәм башҡа төгәл фәндәр үҙәктәре булмаған райондар балалары түләүһеҙ робототехника, сәнәғәт дизайн менән шөғөлләнә, виртуаль ысынбарлыҡ булдыра һәм IT-технологияларҙы өйрәнә аласаҡ.

Киләһе йылда техник түңәрәктәр, технопарктар һәм башҡа төгәл фәндәр үҙәктәре булмаған райондар балалары түләүһеҙ робототехника, сәнәғәт дизайн менән шөғөлләнә, виртуаль ысынбарлыҡ булдыра һәм IT-технологияларҙы өйрәнә аласаҡ. Улар өсөн республикала “Башҡортостан кванториумы” өс мобиль технопаркы һатып аласаҡтар. Был “Мәғариф” милли проекты арҡаһында мөмкин буласаҡ.

Һүҙ пассажир микроавтобусынан һәм тағылмалы вагондан торған махсус йыһазландырылған күсмә автомобиль станциялары тураһында бара. Башҡортостандың мәғариф министрлығында мобиль технопарктарҙа бер нисә лаборатория: виртауль ысынбарлыҡ, промдизайн, хайтек, робототехника, аэролаборатория һәм башҡалар буласағын белдерҙеләр.

Мобиль технопарктар республиканың төрлө райондары буйынса йөрөрҙәр һәм балаларҙы инновацион юғары технологиялы ҡоролмаларҙа эшләргә өйрәтер, тип планлаштырыла. Балалар иретеп йәбештерергә, гравировка станогында эшләргә, компьютер программалар яҙырға һәм башҡаларға өйрәнәсәк. Проект эшмәкәрлегенә акцент эшләнәсәк. Бынан тыш, комплекстар алыҫ райондарҙа оҫталыҡ дәрестәре, күргәҙмәләр, төрлө тематик саралар үткәреү майҙаны бласаҡ. Дөйөм алғанда, ҡс мобиль технопаркта 15-16 кешенән торған төркөмдәрҙә ауыл мәктәптәренең меңдән ашыу бишенсе һәм алтынсы синыфтар уҡыусылары уҡый аласаҡ.

Башҡортостан өсөн мобиль технопарктар булдырылыуы көнүҙәк: республикала сәнәғәт, шул иҫәптән авиацион сәнәғәт үҫешкән, ҡеүәтле нефть эшкәртеү комплексы, специфик белемдәр кәрәк булған иҡтисадтың башҡа тармаҡтары бар. Шулай уҡ төбәктә техник ижад менән шөғөлләнеү тураһында хыялланған балалар күп.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан


Яңылыҡ сығанағы: https://rg.ru
Читайте нас: