Сентябрҙә Федоровканың 2-се һәм Бала Сытырман ауылы мәктәптәрендә “Мәғариф” милли проекты сиктәрендә “Үҫеш нөктәһе” Һанлы һәм гуманитар профилле мәғариф үҙәктәре асыласаҡ. Әле кабинеттарҙа биҙәкләү эштәре бара, һуңынан мәктәп мебеле, яңы йыһаздар ҡуясаҡтар. Заманса уҡыу техникаһы менән йыһазландырылған юғары технологиялы майҙансыҡтар уҡыусыларға “Технология”, “Математика һәм информатика”, “Физик культура һәм хәүефһеҙ эшсәнлек нигеҙҙәре” предметтарын яңыса өйрәнеү мөмкинлеген бирәсәк.