+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
15 Август 2019, 10:49

Башҡортостанда Сочиҙағы “Сириустың” аналогы барлыҡҡа киләсәк

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда “Сириус” мәғариф үҙәге моделе буйынса балаларҙа һәм йәштәрҙә һәләттәрҙе һәм таланттарҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм үҫтереү үҙәге булдырыла.

“Мәғариф” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостанда “Сириус” мәғариф үҙәге моделе буйынса балаларҙа һәм йәштәрҙә һәләттәрҙе һәм таланттарҙы асыҡлау, уларға ярҙам итеү һәм үҫтереү үҙәге булдырыла.

Үҙәк бизнес-үҙәк һәм Республика инженер лицей-интернаты (“Фән” йүнәлеше буйынса), Ғ. Әлмөхәмәтов исемендәге Республика гимназия-интернаты һәм К. Дәүләткилдеев исемендәге Республика художество гимназия-интернаты (“Сәнғәт” йүнәлеше буйынса), шулай уҡ спорт профилле 5-се Республика мәктәп-интернаты (“Спорт” йүнәлеше буйынса) нигеҙендә эшләй башлар, тип күҙаллана.

Үҙәк төбәктең сәнәғәт предприятиелары, фән һәм мәғариф учреждениелары, мәҙәниәт һәм спорт ойошмалары, йәмәғәт берләшмәләре менән берҙәм мәғариф программаларын тормошҡа ашырыу, һәләтле балаларҙы һәм йәштәрҙе оҙатыу һәм артабанғы үҫтереү, стажировкаларҙы, практика үтеүҙе ойоштороу буйынса тығыҙ хеҙмәттәшлек итәсәк.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2018 йылдың октябрендә республика “Һәр баланың уңышы” федераль проекты сиктәрендә шундай үҙәктәр булдырыуға конкурс һайлап алыуында ҡатнашты һәм еңеүсе булды, федераль бюджеттан 211,4 млн һум күләмендә субсидия алды. Финанслашыу шарттарында республика бюджетынан 4,3 млн һум, бюджеттан тыш сығанаҡтарҙан – 64 млн һум бүленәсәк.

Үҙәк төбәктең һәләтле балаларын һәм йәштәрен төрлө интеллектуаль эшмәкәрлек өлкәләрендә үҫешеүенә ярҙам итәсәк һәм Башҡортостан Республикаһының визит карточкаһы буласаҡ.


#национальныепроекты

#нацпроекты

#региональныепроекты

#регпроекты

#нацпроектыбашкортостан

#регпроектыбашкортостан
Читайте нас: