Был турала республика Хөкүмәтендә профиль милли проектты тормошҡа ашырыу буйынса оператив кәңәшмәлә БР мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин хәбәр итте.
1 сентябргә 11 ауылда яңы мәктәптәр үҙ ишектәрен асасаҡ, ҡалған унында төҙөлөш эштәре йыл аҙағына тамамланасаҡ. Балалар баҡсаларына килгәндә, уларҙың күпселеге киләһе айҙың башында уҡ асыласаҡ.
“Башинформ” агентлығы хәбәр итеүенсә, доклад яһаусы шулай уҡ республикала мәғариф учреждениеларының матди-техник базаһын байытыу буйынса эштең дауам итеүен дә билдәләне.