Владимир Путин РФ хөкүмәтенә йәш ғалимдарҙы торлаҡ менән тәьмин итеү буйынса сараларҙы эшләргә ҡушты. Бындай бойороҡто президент Ельцин исемендәге Урал федераль университеты студенттары һәм аспиранттары менән осрашыу йомғаҡтары буйынса бирҙе, тип хәбәр ителә Кремлдең сайтында.
Ә Башҡортостанда йәш ғалимдарҙы өҫтөнлөклө фәнни эшләнмәләргә йәлеп итеү өсөн “Фән” милли проекты сиктәрендә донья кимәлендәге Фәнни-мәғариф үҙәге булдырыу һәм вуз-ара кампус төҙөү планлаштырыла.
Алдан иҫәпләүҙәр буйынса вуз-ара кампусты төҙөүҙең дөйөм хаҡы 11 млрд һум тәшкил итәсәк. Проектты, тиңдәшле рәүештә, 80 һәм 20 процент нисбәтендә федераль һәм республика бюджеттарынан финанслау планлаштырыла. Бындай проект кәрәк, тип һанай УГНТУ ректоры Рәмил Бахтизин.
“Был проектты тормошҡа ашырыу юғары белем биреү учреждениеларының системалы проблемаларын хәл итергә мөмкинлек бирәсәк – был матди-техник тәьмин ителеш һәм студент тулай тораҡтарында урындар етмәү. Проблеманы комплекслы хәл итеү бер юлы бер нисә мәсьәләне, шул иҫәптән студенттарҙың китеүе мәсьәләһен дә хәл итергә мөмкинлек бирәсәк”, - тине вуз етәксеһе. Федераль бюджетта 2019 йылға һәм 2020-2021 йылдарға “Фән” милли проектының “Фәнни һәм фәнни-етештереү кооперацияһын үҫтереү” федераль проектын тормошҡа ашырыуға аҡсалар киләһе нисбәттә ҡаралған: 2019 йылға – 5,022 млрд һум, 2020 йылға – 11,429 млрд һум, 2021 йылға – 7,15 млрд һум.