-8 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
12 Август 2020, 12:02

Башҡортостанда “Аврора” Таланттарҙы үҫтереү үҙәге йәйге профилле онлайн-мәктәп ойошторҙо

2020 йылдың 10-31 авгусында “Аврора” Таланттарҙы үҫтереү үҙәге ете фән: математика, информатика, химия, физика, биология, музыка һәм анимация буйынса йәйге профилле онлайн-мәктәп асты.

2020 йылдың 10-31 авгусында “Аврора” Таланттарҙы үҫтереү үҙәге ете фән: математика, информатика, химия, физика, биология, музыка һәм анимация буйынса йәйге профилле онлайн-мәктәп асты.
Теләгәндәр өсөн дөйөм мәҙәни белемдәрен үҫтереүгә, шәхси үҫешкә йүнәлтелгән программалар буйынса курстар ҡаралған, улар – “Маҡсатҡа ирешеү траекторияһы”, актерлыҡ оҫталығы, сәхнә һүҙе, “Үҙеңде бел” психологик тренингы.
Йәйге профилле онлайн-мәктәптә Башҡортостан Республикаһы дөйөм белем биреү ойошмаларының һигеҙ меңдән ашыу 6-11 синыф уҡыусыһы ҡатнаша. Уларҙы республиканың юғары уҡыу йорттары һәм дөйөм белем биреү ойошмаларының иң яҡшы уҡытыусылары уҡыта.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостан Респбликаһы “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проект сиктәрендә талантлы балаларҙы асыҡлау һәм уларға ярҙам итеү үҙәктәрен булдырыуға һайлап алыу еңеүсеһе булғайны. Шул сәбәпле әлеге ваҡытта Башҡортостанда “Аврора” Башҡортостан Республикаһы балалары һәм йәштәренең таланттарын һәм һәләттәрен асыҡлау, үҫтереү һәм уларға ярҙам итеү төбәк үҙәге эшләй.
#МәғарифМиллиПроекты
#ҺәрБаланыңУңышы
#АврораТаланттарҙыҮҫтереүҮҙәге
Яңылыҡ сығанағы: https://education.bashkortostan.ru/
Читайте нас в