+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
6 Сентябрь 2022, 09:07

Салауатта яңы һөнәри оҫтаханалар асылды

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә WorldSkills Russia стандарттары буйынса Салауат индустриаль колледжында ике яңы оҫтахана  асылды.

Салауатта яңы һөнәри оҫтаханалар асылды
Салауатта яңы һөнәри оҫтаханалар асылды

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә WorldSkills Russia стандарттары буйынса Салауат индустриаль колледжында ике яңы оҫтахана («Нефть һәм газды эшкәртеү» һәм «Сәнәғәт автоматикаһы») асылды. Быға тиклем колледжда булған етеһен иҫәпкә алғанда әлеге ваҡытта бында «Йәш профессионалдар» бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашыу өсөн туғыҙ («Нефть һәм газ эшкәртеү»; «Сәнәғәт автоматикаһы»; «Электромонтаж»; «Табаҡ металды эшкәртеү»; «Еңел автомобилдәрҙе ремонтлау һәм хеҙмәтләндереү»; «Бухгалтер иҫәбе»; «Бизнес өсөн «1С: Предприятие 8» платформаһында ИТ-ҡарарҙар; «Хеҙмәтте һаҡлау»; «Смета эше») майҙансыҡ эшләй. Иң мөһиме - йәштәр практикала, һөнәри эшмәкәрлектә ҡулланыу өсөн кәрәкле белем ала.

 

Яңылыҡ сығанағы: https://salavat.bashkortostan.ru/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/309870

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: