Ҡораласыҡ мәктәбендәге Белем көнөндә тантаналы линейкала флаг күтәрелде, Рәсәй һәм Башҡортостан гимны яңғыраны. Йола буйынса яңы уҡыу йылына тәүге ҡыңғырау шылтыраны, балалар мәктәп тураһында матур шиғырҙар һөйләне, бүләктәр тапшырылды. Шулай уҡ элекке сығарылыш уҡыусыһының килеүе көтөлмәгәнсә ҡыуаныслы булды. Өфө «Нур» татар театрының алдынғы актёры, Башҡортостандың халыҡ артисы, Татарстандың атҡаҙанған артисы Мәхмүт Фәтихов үҙенең мәктәп йылдары, уҡытыусылар һәм дәрестәр хаҡында ҡыҙыҡлы һәм ҡабатланмаҫ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Уның сығышын балалар йотлоғоп тыңланы, хатта тантанаға килгән ветеран-уҡытыусыларҙың күҙҙәре йәшләнде.
Ә сәхнә оҫтаһының тасуири итеп шиғыр һөйләүе һәм йыр башҡарыуы бөтәһен дә тәьҫирләндерҙе! Мәхмүт Мөҙәрис улы уҡыусыларға яҡшы уҡыу, Тыуған илдең патриоты булыу, туған телде, әҙәбиәтте баһалау һәм мәҙәниәтте үҫтереү теләге менән мөрәжәғәт итте. Уның татар телендәге һоҡланғыс сығышы милли сәнғәттең матурлығына йәнле дәлил булды.
Быйыл иҫке газ ҡаҙанлығы яңыһына алмаштырылыуы һәм мәктәптә ремонт үтеүе уны һәм башҡаларҙы ла ҡыуандырҙы, тимәк ҡышҡы һыуыҡ көндәрҙә йылы мәктәптә дәрестәр алып барыласаҡ. Артист мәктәптең киләсәге өмөтлө, тип ышаныс белдерҙе.
Гөлрайхан БАҠЫЕВА.