Благовещен районының «Өфө ыласыны» спорт үҙәгендә үткән спорт ориентиры буйынса республика ярыштары «Башҡортостан компасы» тип аталды.
Уларҙа Балалар һәм үҫмерҙәр ижадын үҫтереү үҙәгенең «Мин - турист» һәм «Спорт туризмы» берләшмәләре уҡыусылары командаһы ҡатнашты. Әйтергә кәрәк, «Мин - турист» берләшмәһе «Мәғариф» милли проектының «Һәр баланың уңышы» федераль проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла.
«Кросс-спринт» дистанцияһында М-10-OPEN категорияһында Айҙар Ғилметдинов - беренсе, Ж-12 категорияһында Анастасия Шамина - өсөнсө, М-17 категорияһында Солтан Тайғунов икенсе урын алды.
«Кросс-классика» дистанцияһында М-10-OPEN категорияһында Айҙар Ғилметдинов - беренсе, Айлина Сәйетгәрәйева (Ж-14) һәм Таһир Хәсәнов (М-14) - икенсе, Камил Фәттәхов һәм Солтан Тайғунов (М-17) өсөнсө булды.
Яңылыҡ сығанағы: https://durtuli.bashkortostan.ru/
Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/313131