+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
13 Сентябрь 2022, 16:50

Илнар һынатмаясаҡ

Фёдоровка районы Яңы Яуыш башланғыс мәктәбенең дүртенсе класс уҡыусыһы Илнар Рафиҡов - бик тырыш һәм яуаплы уҡыусы. Мәктәптә яҡшы уҡый, башҡорт телен һәм әҙәбиәтен, шиғыр һөйләргә ярата. Күп балалы ғаиләлә тәрбиәләнгән малай мәктәп, кластан тыш сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша.

         Уҡытыусыһы Тәзкирә Нәдир ҡыҙы Ғәлина етәкселегендә Илнар үҙе лә, класташтары менән бергә лә район, республика кимәлендәге төрлө конкурстарҙа еңеү яулаған һәм призер булған. Мәҫәлән, башҡорт халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың 90 йыллығына арналған «Минең Рәми» төбәк-ара конкурсының беренсе этабы йомғаҡтары буйынса, ул 800 ҡатнашыусынан иң яҡшы утыҙ конкурсант иҫәбенә ингән. Әле бәйгенең икенсе этабы бара. Илнар Рафиҡов өсөн әүҙем тауыш бирәйек, уның яҡшы һөҙөмтәгә ирешеүенә ышанабыҙ.

Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Илнар һынатмаясаҡ
Илнар һынатмаясаҡ
Автор:Гульрайхан Бакиева
Читайте нас: