+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
27 Сентябрь 2022, 09:01

Дүртөйлө районының йәш уйлап табыусыһы - Мәскәүҙә

Әсән ауылынан Радмир Саҙретдинов Мәскәүҙә Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышы Дәүләт Думаһында үткән «Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» IX Бөтә Рәсәй конференцияһында ҡатнашты. Сара «Мәғариф» милли проектына ярҙам итеү маҡсатынан ойошторолдо.

Радмир күләмле сарала ҡатнашыуҙан ыңғай тәьҫораттар алды, яңы проекттар менән илһамланды һәм үҙ көсөңә инаныу, уҡыуға һөйөү уңыштарға килтереүен аңланы.

- Физика уҡытыусы  Илдус Әүҙәх улы «Аҡыллы лампа» проектын булдырырға тәҡдим итте, һәм бергәләшеп  уны тормошҡа ашырҙыҡ. Ул миңә ярҙамлашты, ҡайҙалыр үҙем идеялар тәҡдим иттем, барыһы ла тиҙ генә килеп сыҡманы, әммә был миңә тағы ла нығыраҡ этәргес бирҙе, - ти Радмир.

Киләсәктә ул Өфө дәүләт авиация техник университетына авиация двигателдәре факультетына уҡырға инергә ниәтләй.

Яңылыҡ сығанағы: https://durtuli.bashkortostan.ru/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/316620

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: