+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Мәғариф
29 Сентябрь 2022, 09:18

Рәхмәт көтмәйенсә, яҡшылыҡ эшлә

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Салауат ҡалаһы дөйөм белем биреү ойошмаларында «Хәстәрлегең өсөн рәхмәт!» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы.

Рәхмәт көтмәйенсә, яҡшылыҡ эшлә
Рәхмәт көтмәйенсә, яҡшылыҡ эшлә

«Мәғариф» милли проектының «Социаль әүҙемлек» федераль проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Салауат ҡалаһы дөйөм белем биреү ойошмаларында «Хәстәрлегең өсөн рәхмәт!» Бөтә Рәсәй акцияһы уҙҙы. Уның маҡсаты көн һайын мәктәпте хәүефһеҙ һәм ҡунаҡсыл итергә ярҙам иткәндәргә рәхмәт әйтеү мөмкинлеге булды.

Был көндө уҡыусылар мәктәптәрҙең административ-хужалыҡ тәьминәте хеҙмәте белгестәренә: административ-хужалыҡ бүлеғе буйынса директор урынбаҫарҙарына, ашнаҡсыларға, ашхана хеҙмәткәрҙәренә, йыйыштырыусыларға, урам һепереүселәргә «Рәхмәт!» әйтте һәм уларға ярҙам күрһәтте.

 

Яңылыҡ сығанағы: https://gosalavatroo.bashkortostan.ru/

Фото сығанағы: https://contenta.info/press_releases/322159

Автор:Лилия Кантимерова
Читайте нас: