+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
1 Февраль 2021, 11:13

2020 йылда «Мәҙәниәт» милли проекты ярҙамында тармаҡты финанслау өс тапҡырға артҡан

Һуңғы йылдарҙа тармаҡты финанслау күҙгә күренеп артты. Бының йәлеп ителгән федераль сараларҙың да артыуы иҫәбенә булыуы ҡыуаныслы.

-Үткән йылға йомғаҡтар эшләп, ышаныс менән пандемия һәм сикләүҙәргә бәйле һынауҙарҙы республикабыҙҙың мәҙәниәт тармағының лайыҡлы үтеүен билдәләргә була, бынан тыш, ул эшмәкәрлеген онлайн форматҡа уңышлы әйләндерә алды, - тине БР Хөкүмәтенең Премьер-министры урынбаҫары Азат Бадранов онлайн-брифинг барышында. Ул журналистарға мәҙәниәт тармағының һәм киң мәғлүмәт сараларының 2020 йылдағы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләре тураһында һөйләне.
Һуңғы йылдарҙа тармаҡты финанслау күҙгә күренеп артты. Бының йәлеп ителгән федераль сараларҙың да артыуы иҫәбенә булыуы ҡыуаныслы. 2020 йылда 335 млн һум йәлеп ителгән, шул иҫәптән «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә – 219,5 млн һум, был 2019 йыл менән сағыштырғанда 1,8 тапҡырға артығыраҡ.
2020 йылда «Мәҙәниәт» милли проектының бөтә күрһәткестәренә лә ирешеп булды. «Урындағы мәҙәниәт йорто», «Театрҙар - балаларға», «Кесе ҡалалар театрҙары» федераль проекттары туңышлы тормошҡа ашырылды. Бөтә проекттарҙың йомғаҡтары буйынса һәм муниципаль индереүҙәрҙе лә иҫәпкә алып, 2020 йылда бөтәһе 990,643 млн һумға 403 мәҙәниәт учреждениеһы (рекордлы һан!) булдырылды, ремонтланды һәм замансалаштырылды. Был ҙур эш тармаҡтың төп мәсьәләһен – республикабыҙҙың ҡайһы мөйөшөндә лә мәҙәниәт учреждениеларының уңайлылығын булдырыуға йүнәлтелгән.
#МәҙәниәтМиллиПроекты
#ТармаҡтыңЙомғаҡтары
#МиллиПроекттар
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://culture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: