+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
6 Апрель 2021, 09:09
Стәрлетамаҡ районының Үҙәкләштерелгән китапхана системаһында яңы персонаждар
Стәрлетамаҡ районының Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы эш өсөн кәрәкле яңы әйберҙәр алды. «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә яңы быуын муниципаль моделле китапханаларҙы замансалаштырыу проекты буйынса Түбәнге Новгород ҡалаһынан ҙур ҡурсаҡтар ҡайтартылды.

«Ҡурсаҡтар – телевизор экрандарынан йәки иллюстрацияларҙан төшкән ысын персонаждар кеүек. Уларҙы күреү менән күңел күтәрелә, улар балаларҙың иғтибарын сағыулыҡтары менән йәлеп итәләр», - тип билдәләй Үҙәкләштерелгән китапхана системаһы директоры Т. Афанасьева.
Хәҙер Наумовка моделле ауыл китапханаһында йәш китап уҡыусыларҙы Зирәк Өкө, Бесәй Матроскин, Клоун Вася һәм Айыу Григорий ҡаршы аласаҡ.
#МәҙәниәтМиллиПроекты
#КитапханаларҙыЗамансалаштырыу
#МиллиПроекттарБашҡортостан
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://culture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: