+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Баш
Рус
Тат
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
29 Апрель 2021, 08:47
Башҡортостандың мәҙәниәт ирекмәндәре Бөтә Рәсәй өмәһендә ҡатнашты
17-25 апрелдә бөтә ил буйынса мәҙәниәт ирекмәндәре Халыҡ-ара һәйкәлдәрҙе һәм тарихи урындарҙы һаҡлау көнөнә бағышланған Бөтә Рәсәй өмәһендә ҡатнашты.
17-25 апрелдә бөтә ил буйынса мәҙәниәт ирекмәндәре Халыҡ-ара һәйкәлдәрҙе һәм тарихи урындарҙы һаҡлау көнөнә бағышланған Бөтә Рәсәй өмәһендә ҡатнашты.
Халыҡ-ара һәйкәлдәрҙе һәм тарихи урындарҙы һаҡлау көнөнөң девизы – «Тарихи ватаныбыҙҙы һаҡлайыҡ». «Мәҙәниәт ирекмәндәре» программаһы «Мәҙәниәт» милли проектының «Ижади кешеләр» федераль проекты сиктәрендә эшләнгән.
Башҡортостан Республикаһында мәҙәниәт ирекмәндәре тарихи биналарҙы, архитектура, археология һәм тарих һәйкәлдәрен тәртипкә килтерҙеләр. Бөтә саралар барышында ла мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өмәлә ҡатнашыусылар өсөн иҫтәлекле урындар буйлап экскурсиялар үткәрҙе.
#МәҙәниәтМиллиПроекты
#МәҙәниәтИрекмәндәре
#БөтәРәсәйӨмәһе
Яңылыҡ һәм фото сығанағы:
https://culture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: