+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Мәҙәниәт
21 Май 2021, 09:08

«Экспериментаниум» музейы байрам айҡанлы үҙ ишектәрен асты

Йыл һайын 18 майҙа бөтә донъя буйынса Музейҙар көнө билдәләнә. Был байрам айҡанлы ҡараиҙелдәр Башҡортостан Республикаһы Ҡараиҙел ауылының яңы быуын үҙәк район моделле смарт-китапханаһында уникаль музейҙы барып күрә алған. Ул «Мәҙәниәт» милли проекты сиктәрендә булдырылған һәм күптән түгел генә үҙ ишектәрен асҡан.

Музейҙа фәндең төп өлөштәрен үҙ эсенә алған интерактив экспозиция тәҡдим ителә. Һәр залда тикшереп, йыйып булған экспонаттар, башватҡыстар урынлаштырылған. Был музейҙа экспонаттарға тейергә ярай ғына түгел, кәрәк тә.
Музейҙар көнөндә бында килгәндәр виртуаль ысынбарлыҡ күҙлектәрен кейеп космос атмосфераһына сума, үҙҙәренең магнит күперҙәрен төҙөй, интерактив глобуста илдәрҙе һәм ҡалаларҙы иҫкә төшөрә алды. Балалар викторина һорауҙарына яуап бирҙе һәм тағы ла килергә һүҙ бирҙе.
#МәҙәниәтМиллиПроекты
#МузейҙарКөнө
#Экспериментаниум
Яңылыҡ һәм фото сығанағы: https://culture.bashkortostan.ru/
Читайте нас: